Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре ошо хаҡта аңлатма бирә.
❓ Кемдең юллама алырға хоҡуғы бар?
- һуғыш инвалидтары;
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре;
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
- «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» йәки «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» знактары булғандар;
- һәләк булған һуғыш инвалидтарының һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары;
- инвалид өлкәндәр һәм инвалид балалар;
- Чернобыль һәләкәте һәм Семипалатинск полигонында йәҙрә һынауҙары ҡорбандары.
📝 Путевка алыу өсөн нимә кәрәк?
- медицина яғынан күрһәтмәләрҙең булыуы һәм ҡаршылыҡтарҙың булмауы;
- паспорт;
- табип-терапевттан дауаланыуға йүнәлтмә.
✉️ Путевкаға түбәндәге ысулдар менән ғариза бирергә мөмкин:
- Дәүләт хеҙмәттәре аша;
- Күп функциялы үҙәктә;
- Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә.
📞 Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин: 8-800-100-00-01.
Фонд бүлексәһенә:
- дүшәмбе-кесаҙна — сәғәт 9-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем;
- йома — сәғәт 9-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем шылтыратырға була.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев